Республиканың хәрби комиссариаты бөгөндән, 1 октябрҙән көҙгө саҡырыу кампанияһын башланы. Бөтәһе хеҙмәткә дүрт мең самаһы егет алыныр тип көтөлә.
Шулай уҡ егеттәр ғилми роталарға ла йүнәлтеләсәк, шул иҫәптән Эра Технополисына. Граждандарҙы хәрби хеҙмәткә саҡырыу саралары яҙғы саҡырыу тәжрибәһен иҫәптә тотоп башҡарыласаҡ. Илдең Ҡораллы Көстәренә коронавирус инфекцияһы инмәһен өсөн барлыҡ талаптар үтәләсәк.
– Республиканың хәрби комиссариаттарында, юлда һәм хәрби частарҙә бөтә иҫкәртеү һәм контроль саралары үтәләсәк. Пункттарға килеүселәрҙең тән температуралары үлсәнәсәк, – тине республиканың хәрби комиссары вазифаһын башҡарыусы Рәмил Хәйретдинов.
Йыйыу пунктына килгән бөтә егеттәргә лә экспресс тест эшләнәсәк. Бынан тыш, һауаны таҙартыусы бактерицид нурландырыусылар ярҙамында бөтә биналар ҙа көн һайын дезинфекцияланасаҡ. Һәр егеткә шәхси гигиена саралары һәм битлектәр һалынған контейнерҙар тапшырыла.
Респиратор сирҙәре билдәләре булған егеттәр шунда уҡ изоляцияланасаҡ, улар коронавирусҡа тест бирәсәк һәм бөтә кәрәкле медицина ярҙамын аласаҡ.
Көҙгө саҡырыу мәлендә эшләгән “Ҡыҙыу линия” телефондары:
Хәрби комиссариатта йәмәғәт ҡабул итеүе – 8(347)228-02-92, көн һайын, эш көндәрендә 9-ҙан 19 сәғәткә, ял көндәре 10-дан 17 сәғәткә тиклем. Граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү һәм саҡырыу бүлеге – 8(347) 253-13-48, 228-43-59, 9-ҙан 18.00 сәғәткә тиклем. Өфө гарнизонының хәрби прокуратураһы – 8(347)250-05-10 9.00 – 18.00 сәғәт, эш көндәрендә. Өфө гарнизонының хәрби суды – 8(347)259-14-83 9.00 – 18.00 сәғәт, эш көндәрендә. Ашығыс психологик ярҙам – 8(800)70000-183, тәүлек әйләнәһенә.