Ергә ҡағылышлы закондар бөгөн нисек эшләй? Ни өсөн уларға үҙгәрештәр индерергә кәрәк? Был республика халҡына нисек ҡағыласаҡ?
Ошо һәм башҡа һорауҙарға бөгөн, 1 октябрҙә, 19.00 сәғәттә “Киске телеүҙәк” тапшырыуында яуап таба алырһығыҙ. Тапшырыуҙың төп ҡунағы - республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская. Ул “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында” һәм “Урындағы үҙидаралыҡ тураһында” закондарға индерелгән үҙгәрештәр менән таныштырасаҡ.
Шулай уҡ программала Башҡортостанда Кеше хоҡуҡтары буйынса совет рәйесе Владимир Барабаш, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары Лия Хафизова һәм Рөстәм Ахуновтың ҡатнашыуы көтөлә.