газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Сентябрь 2020, 11:00

Заман талаптарына яуап бирә

Яңыраҡ Республика клиник туберкулезға ҡаршы диспансерына ике HP ProBook G7 ноутбугы алынды.

Яңыраҡ Республика клиник туберкулезға ҡаршы диспансерына ике HP ProBook G7 ноутбугы алынды. Был эш “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙың берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә берҙәм һанлы контурын булдырыу” төбәк проектына ярашлы бойомға ашырылды.
Был табиптар өсөн заман талаптарына яуап биргән портатив эш урыны булып тора, хеҙмәт барышын оптималләштереүгә булышлыҡ итә. Яңүы ҡорамалдар мобиллекте арттыра.
Проект медицина ойошмаларының Берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә хеҙмәттәшлек механизмын булдырыуға йүнәлтелгән. Был һанлы система үҙгәрештәре һаулыҡ һаҡлау тармағы эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген төрлө кимәлдә арттырырыу һәм граждандар электрон хеҙмәттәрҙе, сервистарҙы ҡулланыу шарттарын киңәйтеү мөмкинлеген аса.
#Миллипроекттар
Фото: Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан алынды.
Читайте нас: