газета "Салауат"
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Сентябрь 2020, 11:20

Йондоҙҙар ни юрай?

Йондоҙнамә (28 сентябрь-4 октябрь)

Йондоҙнамә (28 сентябрь-4 октябрь)
Йондоҙнамә
(28 сентябрь-4 октябрь)
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Ҡуҙылар уйлағанын еңел тормошҡа ашырыр. Кесаҙна, йома көндәре бер аҙ ҡатмарлыраҡ булыр. Үҙегеҙҙе яҡларға тура килер. Яҡын кешегеҙ менән асыулашып алырһығыҙ. Был аҙнала еңелерәк аҙыҡ менән туҡланыу хәйерлерәк.
Буға (21.04 – 21.05)
Көс-дәртегеҙ ташып торор, ғәҙәти булмаған эштәрҙе лә еңеллек менән атҡарып сығырһығыҙ. Ә бына шәхси тормошоғоҙҙа бәхетегеҙ өсөн көрәшергә кәрәк булыр. Финанс мәсьәләләрен дуҫтарығыҙ ярҙамында ғына хәл итә алырһығыҙ.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Был осорҙа бөтә иғтибарығыҙҙы белем алыуға йүнәлтегеҙ, шул саҡ күп нәмәгә ирешерһегеҙ. Һөйгәнегеҙ менән әрләшкән хәлдә лә күңелегеҙгә яҡын алмағыҙ. Премия алыуығыҙ ихтимал.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Аҙна башында һеҙҙә эш ҡайғыһы булмаҫ, күберәк ял итергә, кәйеф-сафа ҡорорға ынтылырһығыҙ. Туғандарығыҙ ярҙам һорар һәм һеҙ баш тарта алмаҫһығыҙ. Мөхәббәтегеҙгә тоғролоҡ һаҡларға тырышығыҙ.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Шәхси тормошоғоҙҙағы проблемалар эшегеҙгә кире сағылыш табыр. Икенсе яртығыҙ менән боҙолған аралар яйлап көйләнер. Ял көндәрен тәбиғәт ҡосағында уҙғарыу яҡшыраҡ булыр. Эре әйбер һатып алырһығыҙ.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Һеҙ ябай ғына нимәләрҙән дә үҙегеҙҙе бәхетле тойорһоғоҙ. Көндәлек тормоштан арынып, сәйәхәткә сығып китергә лә ҡурҡмаҫһығыҙ. Яҡындарығыҙ уңыштары менән шатландырыр. Ремонт эше башҡарырға тура килер.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Бөтә нәмәне күңелегеҙгә яҡын алмағыҙ, юғиһә, депрессияға бирелеүегеҙ мөмкин. Яңы эшкә тотоноғоҙ, күберәк белем алығыҙ. Шәхси тормошоғоҙҙо ла тәртипкә һалырға ваҡыт. Ял көндәренә һеҙҙе сюрприз көтә.
Саян (24.10 – 22.11)
Саяндарға һөнәри баҫҡыс буйлап үрләү өсөн иң уңышлы осор. Яуаплы хеҙмәткәр булараҡ эшлекле сәфәргә лә ебәреүҙәре бар. Матди хәлегеҙҙең дә яҡшырыуын һиҙерһегеҙ. Буш ваҡытығыҙҙы яҡындарығыҙ менән үткәреү хәйерле.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Эштә һеҙ иғтибар үҙәгендә булырһығыҙ. Ҡатмарлы бурыстарҙы һеҙгә тапшырырҙар. Элекке дуҫтарығыҙ менән осрашырһығыҙ. Ял көнө күптәнге хыялығыҙ тормошҡа ашыр. Өй мәшәҡәтәтрендә һөйгәнегеҙгә ярҙам итергә онотмағыҙ.
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Әллә ниндәй хәл иткес ҡарарҙар ҡабул итергә кәңәш ителмәй. Коллегаларығыҙ менән конфликттарҙан ситтә тороғоҙ. Ауыр мәлдәрҙә яҡындарығыҙҙан ярҙам һорарға оялмағыҙ. Уйламаған ерҙән аҡса килеп керер.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Мәшәҡәтле аҙна көтә һеҙҙе. Ҡайһы бер эштәрегеҙҙе киләһе айға ҡалдырып торорға кәрәк булыр. Ғаиләгеҙгә әҙ иғтибар бүләһегеҙ һәм яҡындарығыҙ был хаҡта иҫегеҙгә төшөрөр. Ҡунаҡтар килер, уларҙы лайыҡлы ҡабул итегеҙ.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Етди һорауҙарҙы хәл иткәндә икенсе яртығыҙҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалығыҙ. Аҙна уртаһында оҙон юлға сығырға тура килер. Бурыстарығыҙ менән ваҡытында иҫәпләшеп барығыҙ. Сустав ауырыуҙары үҙен иҫкә төшөрөр.
Фото:amp.clutch.ua
Читайте нас: