Шишәмбе, 29 сентябрә, Башҡортостандың бәләкәй ҡала-ауылдары мәктәптәрендә “Үҫеш нөктәһе” белем биреү үҙәктәренең марафоны үтә. Был эш “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.
Сара барышында быйыл булдырылған “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәренән республикабыҙҙың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин менән тура эфирҙа бәйләнешкә сығасаҡтар.
Марафонда район-ҡала округтары хакимиәттәре вәкилдәре “Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһе хаҡында һөйләйәсәк. Улар ауыл мәктәптәрендә уҡыусылар алдында барлыҡҡа килгән мөмкинлектәр менән таныштырырға йыйына. “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәре педагогтары ҡыҫҡа онлайн-дәрестәр, оҫталыҡ дәрестәре үткәрергә, уҡыусыларҙың яулаған уңыштары хаҡында сығыш яһауы планлаштыра.
Фото: Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығынан алынды.