газета "Салауат"
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Сентябрь 2020, 19:00

Битлекте дөрөҫ кей!

Битлекте нисек дөрөҫ кейеп йөрөргә?Медицина битлектәре кешеләрҙе йоғошло ауырыуҙарҙан һаҡлай. Шуға күрә бөгөн битлекте табиптар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре генә түгел, ә сәләмәтлеге тураһында борсолған һәр кем кейә. Бигерәк тә беренсе һалҡындар һәм һыуыҡ тейеүҙәр осоронда медицина битлеге - иң кәрәкле әйберҙәрҙең береһе. Уны дарыуханаларҙа һатып алырға мөмкин.

Битлекте нисек дөрөҫ кейеп йөрөргә?
Медицина битлектәре кешеләрҙе йоғошло ауырыуҙарҙан һаҡлай. Шуға күрә бөгөн битлекте табиптар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре генә түгел, ә сәләмәтлеге тураһында борсолған һәр кем кейә. Бигерәк тә беренсе һалҡындар һәм һыуыҡ тейеүҙәр осоронда медицина битлеге - иң кәрәкле әйберҙәрҙең береһе. Уны дарыуханаларҙа һатып алырға мөмкин.
Битлекте күпме кейеп йөрөргә мөмкин?
Һауа үткәреү сифатына ҡарап, ҡулланыу ваҡыты ла төрлөсә:
* ҡағыҙ фильтрлы битлекте ике сәғәткә бер тапҡыр алыштырырға кәрәк;
* бактерияларға ҡаршы махсус эшкәртелгән битлекте 3-5 сәғәт һалмаҫҡа мөмкин;
* битлек йүтәлдән, сөскөрөүҙән йәки тын алыуҙан еүешләнгән икән - уны шунда уҡ алыштырырға кәрәк.
Шуны белеү мөһим: бер тапҡыр ҡулланыла торған битлекте бер нисек тә яңынан ҡулланырлыҡ итеп стерилләп булмай!
Ҡулланышта бик ябай кеүек кенә тойолһа ла, ҡайһы берәүҙәр битлекте дөрөҫ кеймәй. Шуны иҫтә тоторға кәрәк:
* битлек ауыҙҙы, танауҙы һәм эйәкте ҡапларға тейеш;
* пластик өлөшөн бармаҡтар менән танау ситтәренә яҡынайтып, биткә терәргә кәрәк;
* битлектең йыйырсыҡлы өлөшен уңайлы формаға килтереп асығыҙ;
* кейгәндән һуң битлеккә ҡулдарығыҙ менән ҡағылмаҫҡа тырышығыҙ;
* битлекте эйәк аҫтына төшөрөп, йә булмаһа кеҫәгә һалып йөрөп, унан һуң уны алып яңынан кейергә ярамай;
* еүешләнгән йә иһә бысранған битлекте шунда уҡ ырғытығыҙ;
* битлекте һалғанда, һаҡлағыс өлөшөнә тотонмайынса, элгестәренән генә тартып төшөрөгөҙ;
* битлектәрҙе халыҡ күп йыйылған урында (поликлиникаларҙа, магазиндарҙа, театрҙарҙа, йәмәғәт транспортында) кейергә кәңәш ителә;
* урамда битлек кейеүҙең файҙаһы юҡ.
Ә хәҙер иң мөһим һорау: медицина битлеген ҡайһы яғы менән кейергә?
Дөрөҫ кеймәгәндә, битлектең һаҡлау сифаттары кәмей, ә вирус эләктереү ихтималлығы, киреһенсә, арта ғына. Медицина битлеген биткә аҡ яғы менән кейәләр. Танау фиксаторы, ғәҙәттә, эске яҡта ҡала.
Битлекте дөрөҫ кейегеҙ, үҙегеҙҙе, яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Автор фотоһы.
Читайте нас: