Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Сентябрь 2020, 10:55

Белгестәрҙән кәңәш ал

Роспотребнадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының Салауат ҡалаһындағы һәм Ишембай районындағы территориаль бүлеге 28 октябрҙә грипп һәм киҫкен респиратор вируслы инфекция сирҙәрен профилактикалау саралары буйынса “ҡыҙыу линия” уҙғара.

Ошо ауырыуҙарға бәйле һорауҙар буйынса консультация алырға теләүселәр 8(34763)5-04-67 телефонына иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 4-кә тиклем шылтырата ала. Шулай уҡ Б. Хмельницкий урамындағы 70-се йорт адресы буйынса урынлашҡан территорияль бүлеккә (12-се кабинет) мөрәжәғәт итһәгеҙ була. Был акция өсөн бүлек белгестәре Ирина Петрова һәм Светлана Пудовкина яуаплы, телефондары: 8(34763)5-01-10, 8(34763)5-04-67.
Фото:ok.ru
Читайте нас: