Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, балалары 2017 йылдың 1 апреленән 2020 йылдың 30 июненә тиклем тыуған ғаиләләр һәр бала өсөн 2020 йылдың апрель, май, июнь айҙарына 5 мең күләмендә түләү алыуға хоҡуҡлы. Шулай уҡ 3 йәштән 16 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләрҙең 10 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр алыуға хоҡуғы бар. Бынан тыш, 16 йәшкә тиклемге балаларға, ғариза яҙылмаған хәлдә лә, яңы ҡарарҙар нигеҙендә өҫтәмә рәүештә 10 мең һум күләмендә түләү бирелергә тейеш.
Ошо түләүҙәрҙе алыуға хоҡуғы булған ғаиләләр әлегәсә ғариза тапшырмаған икән, быны улар 2020 йылдың 30 сентябренә тиклем дәүләт хеҙмәттәре аша, йәғни дәүләт хеҙмәте порталы аша электрон рәүештә ебәрә ала. Ғариза формалары өлгөләре 3 йәшкә тиклемгеләргә
gosuslugi.ru/395593/1, 3 йәштән 16 йәшкә тиклем
posobie16.gosuslugi.ru сайттарында бирелгән.