газета "Салауат"
-20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Сентябрь 2020, 23:27

Яңы түләүҙәр кемдәр өсөн?

Башҡортостан хоҡуҡи мәғлүмәт порталында республика Башлығы Радий Хәбировтың коронавирус менән бәйле яңы түләүҙәр тураһындағы указы сыҡты.

Башҡортостан хоҡуҡи мәғлүмәт порталында республика Башлығы Радий Хәбировтың коронавирус менән бәйле яңы түләүҙәр тураһындағы указы сыҡты.
Һүҙ тәүлек әйләнәһенә уҡыусылар менән булған белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә бер тапҡыр түләнгән матди ярҙам тураһында бара. 20 апрелдән 13 июлгә тиклемге осорҙа карантин йәки изоляция шарттарында ике аҙна дауамында эшләгән хеҙмәткәрҙәр күҙ уңында тотола.
Әгәр учреждениела коронавирус менән сирләгәндәр асыҡланмаған булһа, хакимиәт-идаралыҡ вәкилдәренә, шулай уҡ белем биргән, медицина һәм социаль хеҙмәттәр күрһәткән кешеләргә түләүҙәр 25 мең һум тәшкил итәсәк. Коронавирус асыҡланған осраҡта, сумма 35 мең һумға тиклем арттырыла. Хеҙмәттәр өсөн шарттар тыуҙырған эшселәргә түләү 10 мең һум тәшкил итә. Әгәр учреждениела сирҙе йоҡторғандар асыҡланған булһа, 15-әр мең һум түләнәсәк.
Фото: Горобзор.
Автор: Дина Арсланова ("Башҡортостан" гәзитенән) https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/Ya-i-t-l--r-kemd-r-s-n-472234/
Читайте нас: