Govid-19 сиренән йәнә ике ауырыу - 75 йәшлек ир һәм 67 йәшлек ҡатын һәләк булды. Уларҙың икеһе лә Өфөнән. Ауырыуҙарҙың, коронавирустан тыш, хроник сирҙәре лә булған. Ир беренсе дәрәжә һимереү ауырыуынан, юғары ҡан баҫымынан һәм йөрәк ишемияһынан яфаланған. Ҡатында артыҡ һимеҙлек арҡаһында тәрән һәм тиҙ тын алыу һәләте боҙолған, шул арҡала ҡанда кислород кәмеүе, углекислый газ артыуы күҙәтелгән. Өҫтәүенә, ул шәкәр диабеты менән сирләгән.