газета "Салауат"
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Сентябрь 2020, 11:45

Киләһе йылда пенсия күпмегә арта?

Владимир Путин яңы йылдан пенсияның артыуы тураһында белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, 2021 йылда Рәсәй пенсионерҙарына түләү 6,3 процентҡа индексациялана. Ошо хаҡта Президент Кремлдә сенаторҙар менән осрашыуҙа әйтте.

«Был 2021 йылда фаразланған инфляциянан 1,5 тапҡырҙан ашыуға күберәк», - тип Владимир Путиндың һүҙҙәрен килтерә «Российская газета».
Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, киләһе йылда эшләмәгән пенсионерҙарҙың уртаса йыллыҡ пенсия күләме 17 443 тәшкил итәсәк һәм 2021 йылда Пенсия фонды 43 миллион кешегә түләүҙе тәьмин итәсәк.
Рәсәй Пенсия фонды мәғлүмәттәре буйынса, әле ҡартлыҡ буйынса эшләмәүсе пенсионерҙарҙың страховка пенсияһының уртаса күләме 16,5 мең һум тәшкил итә. 2020 йылда эшләмәүсе пенсионерҙарҙың страховка пенсиялары 2020 йылда - 6,6 процентка, 2019 йылда 7,05 процентка индексацияланды.
2022 йылда индексация - 5,9 процент, ә 2023 йылда 5,6 процент тәшкил итәсәк. 2023 йылға пенсияның уртаса күләме 19 мең һумдан артып китергә тейеш.

#ВладимирПутин
Фото:mvestnik.ru
Читайте нас: