Бөгөн, 24 сентябрҙә, ҡала халҡы, йәмәғәтселеге милли батырыбыҙ Салауат Юлаевты иҫкә алды. Тарихи документтар буйынса, милли батырыбыҙ 1800 йылдың 26 сентябрендә Пладиски ҡалаһында вафат була. Ошо дата айҡанлы, милләттәштәр уны иҫкә алып, һәйәкәленә сәскәләр һалды. Сарала ҡала хакимиәте вәкилдәре, ҡала башҡорттары ҡоролтайы, "Аҡбуҙат" һәм "Ағинәйҙәр" йәмәғәт ойошмалары, хатта күрше Ишембай ҡалаһынан да ҡунаҡтар бар ине.