газета "Салауат"
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Сентябрь 2020, 12:16

Яңы хаҡ билдәле булды

2020 йылдың сентябренән сүп-сар сығарыу өсөн түләү күп фатирлы йортта йәшәгән бер кешегә айына 75 һум, шәхси йорт хужалары өсөн айына 55 һум тәшкил итә.

2020 йылдың сентябренән сүп-сар сығарыу өсөн түләү күп фатирлы йортта йәшәгән бер кешегә айына 75 һум, шәхси йорт хужалары өсөн айына 55 һум тәшкил итә.
2019 йылдың ғинуарынан Башҡортостанда берҙәм билдәләнгән түләү ғәмәлдә ине. Быға тиклем сүп-сар сығарылған тораҡ пункттарҙа түләү — бер кешенән 70 һум, ә бына «сүп-сар реформаһы» башланғандан һуң ғына ошо эшкә тотонған урындарҙа бер кешенән 35 һум тәшкил итте.
Республика башлығы Радий Хәбиров аңлатыуынса, хаҡтың артыуы ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса реформаны артабан үҫтереү менән бәйле. 2019 йылдың ғинуарынан республиканың барлыҡ тораҡ пункттарында контейнер майҙансыҡтары булдырылды, сүп ташыу автопаркы арттырылды, сүп-сарҙы даими сығарыу яйға һалынды, тармаҡта тәртип боҙоуҙарҙы теркәү системаһы ойошторолдо.
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән.
Читайте нас: