газета "Салауат"
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Сентябрь 2020, 12:00

Балаларға - тәмле йогурт

Мәктәп ашханаларында башланғыс класс уҡыусыларына"Һөт кухняһы" йогурты бирелә башлай.

Мәктәп ашханаларында башланғыс класс уҡыусыларына"Һөт кухняһы" йогурты бирелә башлай. Был эш “Демография” милли проектына ярашлы бойомға ашырыла.
Йогурт һөттән махсус әсетке ҡулланып яһалған. Ул А, Е, В6 и D3 витаминдары менән байытылған.
Әле “Һөт кухняһы” республиканың 172 мәктәбен үҙенең продукцияһы менән тәьмин итә. Йогурт Сибай, Стәрлетамаҡ, Салауат, Туймазы, Ишембай, Күмертау, Яңауыл, Нефтекама ҡалаларына һәм Красноусол ауылына илтелә.
Республикала алты “Һөт кухняһы” эшмәкәрлеге йәйелдерелгән. Уларҙа тәүлегенә биш тоннаға тиклем һөт ризыҡтары етештерелә. Бөтәһе 97 аҙыҡ-түлек таратыу нөктәһе эшләй.
#Миллипроекттар
Фото: Twitter
Читайте нас: