16 сентябрҙә кис Башҡортостандың бөтә мәктәптәре, балалар баҡсалары һәм дауаханалары йылытыла башланы. Был хаҡта Башҡортостандың торлаҡ-комуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Юрий Палтусов хәбәр итте.
«Республика йылытыу миҙгеленә әҙер. Йылытыу миҙгелен башлау хаҡында ҡарар 15 сентябрҙә ҡабул ителде. Ғәҙәттәгесә, ул балалар баҡсалары, дауаханалар һәм мәктәптәр өсөн башланды. 15 сентябрҙә киске сәғәт 6-ға ошондай объекттарҙың өстән ике өлөшө йылы менән тәьмин ителде. Эш дауам итә. Бөгөн кискә уларҙың барыһына ла йылы бирелер тип иҫәп тотабыҙ», — тип белдерҙе Юрий Палтусов һәм республикала 1,5 меңдән ашыу ҡаҙанлыҡтың ҡышҡа әҙер булыуын өҫтәне.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, һауа шарттарына бәйле Башҡортостанда йылытыу миҙгеле ғәҙәттәгенән алдараҡ башланды.
Шулай уҡ Салауат ҡала хакимиәте башлығы Игрь Миронов та социаль селтәрҙәге үҙенең аккаунттарында ҡаланың һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф учреждениеларында йылытыу миҙгеле башланыуы хаҡында хәбәр итте.
- Һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф учреждениеларына йылы ебәреү тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙым. Һауа температураһы тәүлегенә уртаса +8 градус булһа, торлаҡ фонд та йылытыла башлаясаҡ, тип яҙҙы Игорь Миронов.