Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Сентябрь 2020, 16:10

Ылыҡтырғыс күҙҙәр

Ир-аттарҙы ҡатын-ҡыҙҙа иң тәүҙә нимә йәлеп итә? Ошоно аңларға теләгән тикшеренеүселәр һорауҙы көслө хаттарға биргән. Яуаптар, әлбиттә төрлө булған: зифа буй, матур аяҡтар, сибәр йөҙ һ.б. Әммә яуаптарҙы дөйөмләштереп ҡарағас, ир-атты бөтәһенән дә нығыраҡ ҡатын-ҡыҙҙың күҙҙәре ылыҡтыра булып сыҡҡан.

Әлбиттә, күҙҙәр - күркәмлек билдәһе лә, кеше һаулығының ҙур хазинаһы ла. Ябай ғына саралар күҙҙәрҙе һаҡларға, күҙ ауырыуҙарын иҫкәртергә ярҙам итер.
* Күҙҙең күреүе насарланһа, кишер, сөгөлдөр, ҡыяр, сельдерей, шпинат, ҡара көртмәле, укроп һутын эсеү шифа бирә. Был йәшелсә һәм үләндәрҙе аҙыҡҡа ҡуллыныу ҙа күҙҙәр өсөн файҙалы.
* Етен үлән, зәңгәр сәскә ҡатнашмаһын ҡайнатып, һөҙөп, шуның менән күҙҙәрҙе йыуыу уларҙы таҙарта, эренләүҙе бөтөрә.
* Оҙаҡ уҡыуҙан, компьютерҙа эшләүҙән күҙ ҡыҙарһа, һуған ҡайнатмаһы әҙерләйҙәр. Һуғанды әрсеп, һыуҙа ҡайнатып һөҙәләр ҙә, шуға аҙыраҡ бал йәки бор кислотаһы ҡушып, күҙҙе йыуалар. Был көнөнә 4-5 тапҡыр эшләнә.
* Күҙ әрнеп, шешенеп торһа, ҡырғыстан үткәрелгән картуф, алма йәки ҡыярҙы таҙа йоҡа туҡымаға төрөп, күҙгә ябалар.
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.
Фото:coream.ru
Читайте нас: