газета "Салауат"
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Сентябрь 2020, 16:00

Самса

1 стакан ҡайнаған йылы һыу, 1 йомортҡа, сама менән тоҙ алып, туҡмасҡа баҫҡан кеүек ҡамыр баҫабыҙ. Әҙер ҡамырҙы дүрт өлөшкә бүлеп, бер иш кенә йоҡа йәймәләр йәйәбеҙ. 200 гр аҡ майҙы иретеп, йәймәләрҙең өҫтөнә һылайбыҙ.

Майлы йәймәләрҙе бер-береһенең өҫтөнә һалып, рулет формаһына килтереп төрәбеҙ. Төргәс, 1 см ҡалынлығында ҡырҡып, рулеттарыбыҙҙы туңдырғысҡа оҙатабыҙ. Ҡамр ял иткән арала, эслек әҙерләйбеҙ. Эслек өсөн һыйыр, һарыҡ, йылҡы, шулай уҡ ҡаҙ, тауыҡ ите лә алырға була. Итте ваҡ ҡына итеп турап, күп итеп һуған һалып, эс майы, тоҙ, борос өҫтәйбеҙ. Туңдырғыстан ҡамырҙы алып, пирожкиға йәйгән һымаҡ ҡалынлыҡта йәйеп, уртаһына эслек һалып, өсмөйөшләп төрөп табаға һалабыҙ. Өҫтөнә бер йомортҡаны туҡып һылайбыҙ һәм кунжут орлоҡтарын һибәбеҙ.
180 эҫелектәге духовкала 30-40 минут тирәһе бешерергә.
Фото: cookpad.com
Читайте нас