газета "Салауат"
-20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Сентябрь 2020, 16:20

Булмышың ниндәй, донъяң да шулай

Ҡала ситендә бер ҡарт ултыра икән. Уның янына йәш егет килеп, бында ниндәйерәк кешеләр йәшәүен һораша башлай. Яуап урынына ҡарт егеттең үҙенә: «Ә һин бынан алда йәшәгән ерҙә халыҡ ниндәй ине?» - тигән һорау бирә.

Ҡала ситендә бер ҡарт ултыра икән. Уның янына йәш егет килеп, бында ниндәйерәк кешеләр йәшәүен һораша башлай. Яуап урынына ҡарт егеттең үҙенә: «Ә һин бынан алда йәшәгән ерҙә халыҡ ниндәй ине?» - тигән һорау бирә.
- Ундағы кешеләрҙең бөтәһе лә яуыз булды, шуға ла мин унан тиҙерәк китеү яғын ҡараным, - тип яуаплай тегеһе.
- Беҙҙең ҡалала ла тап шундай кешеләрҙе осратырһың, - ти оло кеше.
Бер аҙ ваҡыт үткәс, был урынға икенсе берәү килә һәм ул да ҡала халҡы хаҡында белешергә тотона. Ҡарт уға ла:
- Улым, ә һинең тыуған яҡтарыңда кешеләр үҙҙәрен нисек тота торғайны? - тип мөрәжәғәт итә
Беҙҙең яҡтың халҡы бик ихлас, шул хәтлем изге күңелле. Унда бик күп дуҫтарым ҡалды, - ти егет.
- Беҙҙең халыҡ та тап һеҙҙеке кеүек, - тип һүҙен дауам итә ҡарт.
Быларҙы ситтән күҙәтеп торған сауҙагәр иһә:
- Ике кеше бер үк һорау бирҙе, тик һин ниңәлер икеһенә ике төрлө яуап бирҙең, - тип ғәжәпләнә. Ҡарт иһә былай ти:
- Һәр кеше донъяны үҙенең булмышына ярашлы күрә. Үҙ төйәгендә халыҡ менән һыйыша алмаған кеше беҙҙең ҡалала ла изгелекте, яҡшылыҡты күрә алмаясаҡ. Элек ғүмер кисергән ерендә кешеләр менән татыу йәшәүсе бында ла үҙенә яҡшы дуҫтар табасаҡ. Беҙҙе уратҡан донъя - күңелебеҙ сағылышы ул.
Читайте нас: