газета "Салауат"
-20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Сентябрь 2020, 12:10

Йондоҙҙар ни юрай?

Йондоҙнамә (14-20 сентябрь)

Йондоҙнамә (14-20 сентябрь)
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Маҡсатығыҙға ирешеү өсөн әүҙемлек күрһәтеүҙән ҡурҡмағыҙ, шул саҡ тырышлығығыҙҙың һөҙөмтәһе булыр. Мөхәббәтегеҙ үҙенә иғтибар талап итер. Ял көндәрен бөтә мәшәҡәттәрегеҙҙе ҡалдырып рәхәтләнеп күңел асығыҙ.
Буға (21.04 – 21.05)
Тыныслыҡ һәм сабырлыҡ бөтә ҡаршылыҡтарҙы ла еңеп сығырға ярҙам итер. Йортоғоҙға, яҡындарығыҙға күберәк ваҡыт бүлеү форсаты тейер. Артыҡ сығымдарға юл ҡуймағыҙ. Туҡланыуҙы контролгә алыу кәрәк булыр.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Тормошоғоҙҙа яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр тойорһоғоҙ, хатта яңы эш урыны тәҡдим итеүҙәре, йә иһә ғашиҡтарҙың өйләнешергә ҡарар итеүе мөмкин. Сәфәргә сығырһығыҙ. Үҙегеҙҙе яҡшы тойор өсөн күберәк физик активлыҡ күрһәтергә кәрәк.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Был аҙналағы ваҡиғаларға фәлсәфәүи яҡтан ҡарағыҙ һәм һәр ҡайһыһынан файҙа алыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмағыҙ. Тирә-яҡтағылар менән ғауғалашыуҙан ҡотола алмаҫһығыҙ. Көтмәгән ерҙән аҡса килеп керер.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Һеҙҙең һөнәри һәләтегеҙҙе юғары баһаларҙар. Коллегаларығыҙ менән уртаҡ табып эшләрһегеҙ. Шәхси тормошоғоҙ гөрләп торор, күңел асыу сараларында күп булырһығыҙ. Сәләмәтлек менән дә барыһы ла һәйбәт.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Вазифалы кешеләр менән осрашыуҙарҙы мөмкин тиклем әҙәйтергә кәрәк булыр. Элекке танышығыҙҙы осратыу шәхси тормошоғоҙға үҙгәреш индереүе ихтимал. Кәйефегеҙ бер төшөр, бер күтәрелер. Аппетит та түбән булыр.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Һайлау алдында ҡалырһығыҙ, дөрөҫ юлдан китһәгеҙ, эштәрегеҙ уңышлы килеп сығыр. Һөйгәнегеҙҙе артыҡ көнләшеү араларығыҙҙы боҙор. Һеҙгә әле отпуск алыу өсөн иң ҡулай ваҡыт. Әҙерәк йоҡоһоҙлоҡ борсоп алыр.
Саян (24.10 – 22.11)
Һеҙҙең өсөн уңышлы, сағыу ваҡиғаларға бай аҙна килә. Пландарығыҙ тормошҡа ашыр, абруйығыҙ артыр. Кеҫәгеҙ ҙә ҡалынайып китер. Ял көндәрен дуҫтарығыҙ, яҡындарығыҙ менән осрашыу тик матур тәьҫораттар бүләк итер.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Үҙ өҫтөгөҙгә күп эш алыу хәлегеҙҙе бөтөрөр. Йома бик файҙалы мәғлүмәт алырһығыҙ. Һөйгәнегеҙ менән аралар йылынып китер, һеҙ бер-берегеҙҙе ярты һүҙҙән аңлай башларһығыҙ. Ял көндәренә йыраҡ юлға сығырһығыҙ.
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Был аҙнала тик изге эштәр генә ҡылырһығыҙ, күп рәхмәт һүҙҙәре ишетерһегеҙ. Яңы кешеләр менән танышырһығыҙ. Аҙна аҙағына өйҙә ремонтҡа тотонорһоғоҙ. Икенсе яртығыҙ менән әрләшһәгеҙ ҙә, оҙаҡ үпкә тотмағыҙ.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Быға тиклем ҡалдырылып килгән эштәрегеҙҙең осона сығырға кәрәк булыр. Артыҡ күп һөйләнмәҫкә, хеҙмәттәштәрегеҙ, яҡындарығыҙ менән бәхәскә инмәҫкә кәңәш ителә. Һалҡын тейҙереү ихтималлығы ҙур.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Яңы маҡсаттар, яңы пландар менән янып йәшәрһегеҙ. Яҡындарығыҙ менән мөнәсәбәттәр киҫкенләшер, ә дуҫтарығыҙ күңел йыуасына әйләнер. Аҡса менән алданыуығыҙ мөмкин. Тәбиғәттәге ялдан көс-дәрт алырһығыҙ.
Фото: amp.clutch.ua
Читайте нас: