газета "Салауат"
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Сентябрь 2020, 14:47

Яңы резервуар файҙаланыуға тапшырылды

Техник йыһазландырыу эштәрен тамамлағандан һуң “Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәте 5 мең куб. метр нефть һыйҙырышлы резервуарҙы яңынан файҙаланыуға тапшырҙы

Техник йыһазландырыу эштәрен тамамлағандан һуң “Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәте 5 мең куб. метр нефть һыйҙырышлы резервуарҙы яңынан файҙаланыуға тапшырҙы. Был резервуар Башҡортостан Республикаһының Благовар районындағы “Языково” линия етештереү-диспетчер станцияһында (ЛДПС) урынлашҡан.
Техник үҙгәртеп ҡороу барышында резервуар диуары өлөшләтә алмаштырылған – дөйөм ауырлығы 46,3 тоннаға еткән металл конструкциялар урынлаштырылған. Ә ғөмүмән алғанда, был нефть һаҡлағыстағы металл конструкцияларының дөйөм ауырлығы 120 тонна тәшкил итә, буйы 15 метрға яҡын, диаметры – 21 метрҙан ашыу. Алмаштырылған металл конструкцияларҙың эске һәм тышҡы өҫлөгө 3,2 мең метрға еткән майҙаны коррозияға ҡаршы мәтдә менән эшкәртелгән. Резервуарҙан переключение яһай торған ҡоролмаға тиклем илткән участокта технологик торба үткәргестәр тулыһынса алмаштырылған.
Бынан тыш, резервуарҙың обвалованиеһы – бейеклеге 2 метр, киңлеге өҫкө өлөшөндә 0,5 метр, нигеҙендә 3,5 метр булған һаҡлағыс ҡоролма ла яңыртылған. Тағы ла ышаныслыраҡ булһын өсөн ҡоролманың диуарҙары ваҡ таш (щебень) тутырылған георешеткалар менән нығытылған.
Әлеге ваҡытта “Языково” станцияһының резервуар паркында йәнә бер ошондай 5 мең куб метр сеймал һыйҙырышлы вертикаль ҡорос нефть һаҡлағысты реконструкциялау эштәре дауам итә.
Эштәр техник йыһазлауҙы яңыртыу һәм реконструкциялау программаһы сиктәрендә башҡарылды. Маҡсаты – торба үткәргес инфраструктура объекттарының ышаныслы һәм хәүефһеҙ эшсәнлеген тәьмин итеү.
Читайте нас: