Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Сентябрь 2020, 11:05

Ике туғандаш халыҡтар башлыҡтары осрашты

Рәсәй Президенты Владимир Путин Сочиҙа Белоруссия Президенты Александр Лукашенко менән осрашты. Һөйләшеү дүрт сәғәттән артыҡ барҙы һәм дәүләт башлыҡтары ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙең күп кенә һорауҙары буйынса фекер алышты.

Ике ил башлығының был осрашыуы Белоруссиялағы президент һайлауынан һуң тәүгә үтә. Билдәле булыуынса, был һайлауҙан һуң республикала оппозицияның протестары башланғайны.
Владимир Путин Рәсәй менән Белоруссия араһында булған барлыҡ килешеүҙәр үҙ көсөндә ҡала, тип белдерҙе. Рәсәй лидеры шулай уҡ белорустар илдәрендә килеп тыуған хәлде, башҡаларҙың кәңәшенән тыш та, үҙҙәре йырып сыға ала, тине. Александр Лукашенко Путинды һәм рәсәйҙәрҙе президент һайлауҙарынан һуң республиканы яҡлауҙары өсөн рәхмәт белдерҙе. Шулай уҡ һөйләшеүҙәр барышында Рәсәйҙең Белоруссияға 1,5 миллиард доллар дәүләт кредиты бирәсәге билдәле булды.
#ВладимирПутин
Фото: news.ru
Читайте нас: