газета "Салауат"
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Сентябрь 2020, 11:50

Хәмдүнә Тимерғәлиева арабыҙҙан китте

Мәҙәниәт донъяһы ҙур юғалтыу кисерҙе. Яҡташыбыҙ, Татарстандың халыҡ артисы Хәмдүнә Тимерғәлиева вафат булды. Йырсыны репетицияға алып барырға тип, уның баҡсаһына ижадташ дуҫы Илһам Шәриф бара. Әммә Хәмдүнә Тимерғәлиева был ваҡытҡа яҡты донъя менән хушлашҡан була.

Хәмдүнә Тимерғәлиева 1949 йылда Башҡортостандың Борай ауылында донъяға килә. Ғүмере буйы Татар дәүләт филарманияһында эшләй, әммә үҙенең Башҡортостанын бер ваҡытта ла онотмай, бәйләнеште өҙмәй.
72-се йәшенә киткән йырсы йөрәк туҡтауынан вафат булған. Был хаҡта йырсының туғаны Илһам Шәриф хәбәр иткән. «Ул инде күптән йөрәк менән интеккән, Хәмдүнә апаға кардиостимулятор ҡуйылған. Йылы ваҡытта ул дачала йәшәй, шунда вафат булған. Кинәт йөрәге туҡтаған», - тигән Илһам Шәриф.
Хәмдүнә Тимерғәлиева йыл башында инсульт кисергән булған. Шулай ҙа һауығып, ҙур пландар менән йәшәүен дауам иткән, яңы проекттар тураһында уйлаған.
Йәнең йәннәттә булһын, хөрмәтле яҡташыбыҙ, яратҡан йырсыбыҙ.
Фото:saby-rt.ru
Читайте нас: