Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Сентябрь 2020, 11:20

Эт тырнағынан саҡ һалдырып алғандар...

Ағиҙел ҡалаһы халҡы урам эттәренең кешеләргә абалап өрөп сығыуына электән зарлана ине. Улар һөйләүенсә, ошо көндәрҙә был ҡарауһыҙ йән эйәләре ике малайҙы тешләгән, ә 11 сентябрҙә береһе бәләкәс кенә ҡыҙға һөжүм иткән. Был турала видеояҙма ла бар.

Унан күренеүенсә, эт агрессия күрһәтмәгән дә кеүек, тик яҡынлағандарға өрә, ырылдай һәм йығылған ҡыҙҙы ысҡындырмай. Баланы ҡотҡарырға теләгән өлкәндәр уға кинәт хәрәкәт яһамаҫҡа, ҡысҡырмаҫҡа, таяҡ менән һелтәнмәҫкә ҡуша - эт ҡапыл тешләп алмаһын тип борсола улар. "Ипләп кенә аяғыңа баҫ" тип кәңәш бирәләр ерҙәге ҡыҙға. Видеояҙма оҙаҡҡа ла һуҙылмаған, тимәк, бала хайуан тырнағынан ҡотолған. "КП-Өфө" баҫмаһы хәбәр итеүенсә, ҡыҙ зыян күрмәгән. Тән йәрәхәте һалынмаһа ла, әлбиттә, ҡурҡыуының оҙаҡҡа һуҙылыуы бар.

Был видеояҙма өсөн шелтәләп яҙыусылар ҙа бар. "Уны социаль селтәргә һалырға түгел, ә тура полицияға барырға ине" тигән берәү. Бер яҡтан, ул дөрөҫ әйтә кеүек, ә икенсе яҡтан, ошондай күренештәрҙе йәмәғәтселеккә сығарғанда ғына проблемаларға тиҙерәк иғтибар итәләр бит...

Фото: Vk.com
Автор: Аклима Гизатуллина
("Башҡортостан" гәзите сайтынан).
Читайте нас: