газета "Салауат"
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Сентябрь 2020, 12:00

Кескәйҙәргә түләүҙәр

"Демография" милли проекты буйынса өс йәшкә тиклемге балалары булған 1,6 миллионға яҡын ғаилә түләү аласаҡ.

"Демография" милли проекты буйынса өс йәшкә тиклемге балалары булған 1,6 миллионға яҡын ғаилә түләү аласаҡ. Был хаҡта Бөтә Рәсәй йәш ғаиләләр форумында Рәсәй хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары Ольга Баталина белдерҙе.
"Беренсе балаға түләүҙәрҙе 880 меңдән ашыу ғаилә ала. Улар турынан-тура федераль бюджеттан түләнә. 180 меңгә яҡын ғаилә әсәлек капиталынан икенсе балаға айлыҡ пособие ала. Тағын 540 мең ғаилә өсөснсө һәм унан һуңғы балаларға түләүҙәр ала. Был түләүҙәр федераль һәм төбәк бюджеттары иҫәбенә башҡарыла", - тине Ольга Баталина.
#Миллипроекттар
Фото: vk.com
Читайте нас: