592-се һайлау участкаһы 19-сы мәктәп нигеҙендә эшләй. Бинаға ингәндә үк ирекмәндәр һайлаусыларға «Рәхмәт» буклетын тапшыра. Был буклет салауаттарға акцияның партнерҙары хеҙмәттәрен ташлама менән файҙаланыу мөмкинлеген бирә. Артабан мотлаҡ температура үлсәнә, ҡулдар дезинфекциялана, битлектәр бирелә. Шулай уҡ тауыш биреүҙең хәүефһеҙ үтеүен хоҡуҡ һаҡсылары тәьмин итә, ә һайлауҙың ғәҙел үтеүен күҙәтеүселәр ҡарап ултыра.
Валентина Усманова әйтеүенсә, ул һайлауға ғәҙәттә иртүк йөрөй икән. Бөгөн балалары килеү арҡаһында һуңғараҡ ҡалған. Шулай ҙа хаҡлы ялдағы апай үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәп ҡуйыуҙан тороп ҡалмаған.
- Мин илдәге сәйәсәтте хуплайым. Рәсәй етәкселеге илдең алға китешен хәстәрләй, тип иҫәпләйем. Быйылғы пандемия осоронда ла ил власы халыҡҡа мөмкин тиклем ярҙам итте. Шулай уҡ урындағы депутаттар ҙа ҡала халҡының мәнфәғәтен ҡайғыртырға, Салауаттың үҫешенә булышлыҡ итеүсе ҡарарҙар ҡабул итергә тейеш, тип уйлайым, шуға күрә уларға ышаныс белдереп килдем дә инде, - ти Валентина Усманова.