газета "Салауат"
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Сентябрь 2020, 11:01

Кемдәр грантҡа хоҡуҡлы?

Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 10 октябргә тиклем математика, информатика һәм һанлы технологиялар өлкәһендә айырыуса ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән уҡыусылар "Дәүләт хеҙмәттәре" порталында 125 мең һумлыҡ грант алыу өсөн ғариза яҙа ала.

Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 10 октябргә тиклем математика, информатика һәм һанлы технологиялар өлкәһендә айырыуса ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән уҡыусылар "Дәүләт хеҙмәттәре" порталында 125 мең һумлыҡ грант алыу өсөн ғариза яҙа ала. Грнаттар “Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә бирелә.
“Ғаризаны тапшырыу өсөн "Дәүләт хеҙмәттәре" порталында раҫланған иҫәп яҙыуы булырға тейеш. Грантҡа заявканы законлы вәкил йәки 14 йәше тулған уҡыусы үҙе рәсмиләштереү хоҡуғына эйә, – тип аңлатма бирә министрлыҡтың матбуғат хеҙмәте. – Грантты биреү тураһындағы ҡарар 2020 йылдың 1 ноябренә тиклем ҡабул ителә”.
Электрон ғаризаға уҡыу урынынан белешмәләрҙең, үрҙә күрһәтелгән өлкәләрҙә ҡаҙаныштарҙы раҫлаған документтарҙың скан-күсермәләрен йәки фотографияларын беркетергә кәрәк. Ғаризала шулай уҡ Рәсәй банкында асылған иҫәп реквизиттарын күрһәтеү зарур.
#Миллипроекттар
Фото: project66.ru
Читайте нас: