газета "Салауат"
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Сентябрь 2020, 12:00

Эшлекле башҡорт теле

Бөгөн баш ҡалала "Эшлекле башҡорт теле" китабының презентацияһы үтә.

Бөгөн баш ҡалала "Эшлекле башҡорт теле" китабының презентацияһы үтә.Баҫма ике өлөштән тора. Уҡыу ҡулланмаһының тәүге бүлегендә эшлекле башҡорт теленең морфологик һәм синтаксик характеристикалары асыла, эшлекле аралашыу мәҙәниәте буйынса мәғлүмәт бирелә. Бында авторҙар «Рәсми-эшлекле лексиканың ҡыҫҡаса русса-башҡортса һүҙлек-белешмәһе» һәм теоретик белемде нығытыу өсөнө практик эштәр тәҡдим итә. Баҫманың икенсе бүлеге — «Эш ҡағыҙы өлгөләре»нең үҙгәртелгән, тулыландырылған баҫмаһы.«Эшлекле башҡорт теле» ҡулланмаһы эшлекле стилдә яҙырға өйрәнергә йәки оҫталығын арттырырға теләгәндәр өсөн тәғәйенләнгән.
Проект авторҙары: филология фәндәре докторы, "Фән" йүнәлеше буйынса Фонд белгесе Рита Тимерхан ҡыҙы Аҡбулатова, профессор, филология фәндәре докторы Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисаметдинова, филология фәндәре докторы, профессор Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллина. Авторҙаштар булып филология фәндәре кандидаты Гөлназ Дәүрәт ҡыҙы Вәлиева һәм фондтың мәғариф буйынса белгесе Фәнзилә Фәнил ҡыҙы Ғәзизова сығыш яһай. Рәсми-эшлекле лексика һүҙлеге Н. И. Әсәҙуллина тарафынан төҙөлгән. Матбуғат конференцияһы "Башинформ" мәғлүмәт агентлығында уҙа.
Фото: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығынан алынды.
Читайте нас: