Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан “Транснефть-Урал” акционер йәмғиәте хеҙмәткәрҙәренә предприятиеның генераль директоры Роман Ковалев ведомство һәм корпоратив наградалары тапшырҙы.
Илдең яғыулыҡ-энергетика комплексы үҫешенә шәхсән өлөш индергәне һәм оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн предприятиеның өс хеҙмәткәре РФ Энергетика министрлығынан “Почетлы нефтсе” исеменә, тағы ла ете кеше министрлыҡтың Рәхмәт хатына лайыҡ булды.
53 хеҙмәткәргә “Транснефть-Урал” акционер йәмғиәте грамоталары, 93 кешегә предприятиеның Рәхмәт хаттары тапшырылды. 21 хеҙмәткәргә “Транснефть системаһы ветераны” исеме бирелде. Уларҙың һәр береһе яратҡан һөнәре буйынса 20 йылдан ашыу эшләгән, ҙур бейеклектәргә өлгәшкән.
“Тармаҡ ветерандары тарафынан һалынған изге йолаларҙы дауам итеүегеҙ, коллектив эшмәкәрлегендә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеү маҡсатында мөмкин булғандың барыһын да эшләргә әҙер булыуығыҙ өсөн барығыҙға ла рәхмәт белдерәм. Быларҙың барыһы ла - предприятие, төбәк һәм илебеҙ үҫеше өсөн яңы ҡаҙаныштарға нигеҙ булып тора”, - тип билдәләне Роман Ковалев.
Бынан тыш, коллективтың тиҫтәлгән ағзаларының фотолары “Транснефть-Урал” акционер йәмғиәтенең, тағы ла 50 хеҙмәткәрҙең фотолары Башҡортостандағы, Силәбе һәм Ҡурған өлкәләрендәге филиалдарҙың маҡтау таҡталарында урын алды.
Сарала коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймау өсөн барлыҡ санитар-эпидемиологик талаптар ҙа үтәлде. “Транснефть-Урал” акционер йәмғиәте филиалдары хеҙмәткәрҙәренә наградалар эшләгән урын буйынса уҙғарылған тантаналы йыйылыштарҙа тапшырылды.