11 сентябрҙә баш ҡалала “Киләсәк уҡытыусыһы” һөнәри конкурсының ярымфиналы уҙа. Бәйге Мәғариф” милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла. Унда Башҡортостандан тыш, бәйгелә Ырымбур, Пермь, Һамар, Һарытау, Ульяновск өлкәләренән, Татарстан, Сыуаш, Мордовия, Марий Эл, Удмурт республикаларынан туғыҙ команда йыйылған.
"Киләсәк уҡытыусыһы" конкурсының беренсе этабы дистанцион тәртиптә үткән, 6724 уҡытыусы ҡатнашырға теләк белдергән. Улар араһынан яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән 54 команда һайланған.
Ярымфиналда Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров, мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, Башҡортостан Республикаһының үҫеш һәм мәғариф институты ректоры Азат Йәнгиров, "Рәсәй - мөмкинлектәр иле" автономлы ойошманың генераль директоры урынбаҫары Владислав Даванков кеүек мәртәбәле ҡунаҡтарҙың килеүе көтөлә.
Конкурс өс көн дауам итәсәк, уҡытыусылар педагогик дебаттарҙа, методик конструкторҙа һәм кейс-уйында үҙҙәрен һынап ҡараясаҡ. Ҡатнашыусылар өсөн ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, лекциялар һәм оҫталыҡ дәрестәре лә әҙерләнгән.