газета "Салауат"
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Сентябрь 2020, 11:27

Үҙ йортоңда йәшәү - ҙур бәхет

Йыл башынан Рәсәйҙә 556978 ғаилә әсәлек капиталын файҙаланған.

Йыл башынан Рәсәйҙә 556978 ғаилә әсәлек капиталын файҙаланған. Уларҙың 61 проценты аҡсаны торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға тотонған. 28 проценты икенсе балаға айлыҡ түләүҙәр өсөн рәсмиләштергән. Әсәлек капиталын алыусыларҙың 11 проценты ағсаны балаларын уҡытыуға йүнәлткән.
Билдәле булыуынса, әсәлек капиталы, "Демография" милли проектына ярашлы, Рәсәй ғаиләләренә күрһәтелгән дәүләт ярҙамы. 2007 йылдан уны алыу хоҡуғына икенсе балалары тыуған йәки уллыҡҡа алған ғаиләләр эйә булды (шулай уҡ артабанғы балалар тыуғанда). 2020 йылдан әсәлек капиталына тәүге сабыйы тыуған ғаиләләр ҙә дәғүә итә ала. Тәүге балалары 2020 йылдың 1 ғинуарынан һуң донъяға килгән ғаиләләр өсөн әсәлек капиталы 466617 һум тәшкил итә. Ә ошо ваҡыттан икенсе балалары тыуған ғаиләләр өсөн ул өҫтәмә рәүештә 150 мең һумға арта.
#Миллипроекттар
Читайте нас: