Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Сентябрь 2020, 16:41

«Транснефть - Урал” йәмғиәте Башҡортостан һыу ятҡылыҡтары тураһында хәстәрлек күрә

Ошо көндәрҙә “Транснефть-Урал” акционер йәмғиәте республикабыҙ һыу ятҡылыҡтарына - Бөрө ҡалаһы янындағы Ағиҙел йылғаһына һәм уның тармаҡтарына, шулай уҡ Ҡариҙел районындағы Павловка һыу һаҡлағысына 220 меңдән ашыу уҡбалыҡ селбәрәләрен ебәрҙе.

Селбәрәләр беҙҙең төбәккә Пермь крайындағы балыҡсылыҡ үҙәгенән махсус транспортта урынлашҡан контейнерҙарҙа ҡайтарылды. Уларҙың уртаса ауырлығы – 3 грамм. Был сарала Кама уҡбалығы ҡулланылды, сөнки ул төбәктең һыу объекттары шарттарына тулыһынса яуап бирә.
Селбәрәләрҙе ебәреү процедураһын “Транснефть-Урал” акционер йәмғиәтенең экология хәүефһеҙлеге һәм тәбиғәтте рациональ файҙаланыу бүлеге хеҙмәткәрҙәре һәм Балыҡсылыҡ буйынса федераль агентлыҡтың Урта Волга территориаль идаралығының Башҡортостан Республикаһы буйынса һыу биология ресурстарын һаҡлау, күҙәтеү һәм контролләү бүлеге вәкилдәре тикшерҙе. Белгестәр һыуға ебәреү алдынан уҡбалыҡтарҙың торошо ҡәнәғәтләнерлек булыуын һәм барлыҡ талаптарҙың үтәлеүен билдәләне.
Һыу биология ресурстарын яһалма тергеҙеү буйынса экологик сара 2019-2021 йылдар осорона “Транснефть” асыҡ акционер йәмғиәте объекттары булған урындарҙа биология төрлөлөгөн һаҡлау буйынса корпоратив программа сиктәрендә үтте.
“Транснефть-Урал” акционер йәмғиәте өсөн һыу биоресурстарын тергеҙеү тәбиғәтте һаҡлау буйынса мөһим сара булып тора. 2020 йылдың авгусының тәүге яртыһында предприяие уҡбалыҡ селбәрәләрен Төмән өлкәһе һыу ятҡылыҡтарына (199 мең селбәрә) һәм Һамар өлкәһе территорияһындағы Саратов һыу һаҡлағысына (16,6 мең селбәрә) ебәргәйне.Ошо көндәрҙә “Транснефть-Урал” акционер йәмғиәте республикабыҙ һыу ятҡылыҡтарына - Бөрө ҡалаһы янындағы Ағиҙел йылғаһына һәм уның тармаҡтарына, шулай уҡ Ҡариҙел районындағы Павловка һыу һаҡлағысына 220 меңдән ашыу уҡбалыҡ селбәрәләрен ебәрҙе.
Селбәрәләр беҙҙең төбәккә Пермь крайындағы балыҡсылыҡ үҙәгенән махсус транспортта урынлашҡан контейнерҙарҙа ҡайтарылды. Уларҙың уртаса ауырлығы – 3 грамм. Был сарала Кама уҡбалығы ҡулланылды, сөнки ул төбәктең һыу объекттары шарттарына тулыһынса яуап бирә.
Селбәрәләрҙе ебәреү процедураһын “Транснефть-Урал” акционер йәмғиәтенең экология хәүефһеҙлеге һәм тәбиғәтте рациональ файҙаланыу бүлеге хеҙмәткәрҙәре һәм Балыҡсылыҡ буйынса федераль агентлыҡтың Урта Волга территориаль идаралығының Башҡортостан Республикаһы буйынса һыу биология ресурстарын һаҡлау, күҙәтеү һәм контролләү бүлеге вәкилдәре тикшерҙе. Белгестәр һыуға ебәреү алдынан уҡбалыҡтарҙың торошо ҡәнәғәтләнерлек булыуын һәм барлыҡ талаптарҙың үтәлеүен билдәләне.
Һыу биология ресурстарын яһалма тергеҙеү буйынса экологик сара 2019-2021 йылдар осорона “Транснефть” асыҡ акционер йәмғиәте объекттары булған урындарҙа биология төрлөлөгөн һаҡлау буйынса корпоратив программа сиктәрендә үтте.
“Транснефть-Урал” акционер йәмғиәте өсөн һыу биоресурстарын тергеҙеү тәбиғәтте һаҡлау буйынса мөһим сара булып тора. 2020 йылдың авгусының тәүге яртыһында предприяие уҡбалыҡ селбәрәләрен Төмән өлкәһе һыу ятҡылыҡтарына (199 мең селбәрә) һәм Һамар өлкәһе территорияһындағы Саратов һыу һаҡлағысына (16,6 мең селбәрә) ебәргәйне.
Читайте нас: