Коронавирус пандемияһы тормошто төптән үҙгәртмәне, яйлап барыһы ла үҙ яйына ҡайтасаҡ, тип иҫәпләй Рәсәй Президенты Владимир Путин.
«Онлайн-уҡытыу, телемедицина һәм башҡалар. Улар быға тиклем дә булманы мени? Булды. Тик беҙ эләккән шарттар был йүнәлештәрҙе, был тармаҡтарҙы үҫтереүгә этәргес бирҙе. Әйткәндәй, беҙ бында ла әҙерлекле булып сыҡтыҡ, беҙҙә бит трафик 80 процентҡа тиклем артты һәм беҙҙең компаниялар был хәлдә лә эшләй алды», - тине Путин июндә «Россия 1» каналы эфирында биргән интервьюһында.
Уның һүҙҙәренсә, әлеге шарттарҙа файҙаланылған әйберҙәр һөҙөмтәле эшләй.
«Был инфекция ҡайһы бер нимәләрҙе үҙгәртте, әлбиттә. Әммә ул төптән бер нимәне лә үҙгәртмәне. Үҙгәртмәйәсәк тә. Яйлап бөтәһе лә үҙ яйына ҡайтасаҡ», - тип билдәләй Владимир Путин.
#ВладимирПутин