газета "Салауат"
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Сентябрь 2020, 16:30

Нефтселәр көнө алдынан - «Транснефть - Урал» АЙ-ға лайыҡлы награда

Һөнәри байрамдары - Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан Башҡортостан Республикаһы Башлығы «Транснефть - Урал» АЙ-ға производство ҡаҙаныштары һәм төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә индергән ҙур өлөшө өсөн рәхмәт белдерҙе. Компанияның 7 мең хеҙмәткәренең 4,2 меңе Башҡортостан территорияһында эшләй, предприятиеның эшмәкәрлек даирәһе киң: төбәк иҡтисадынан алып хәйриәлек һәм экология тураһында хәстәрлеккә тиклем.Рәхмәт хаты республиканың яғыулыҡ-энергетика комплексын үҫтереү һорауҙары буйынса хөкүмәт ултырышы барышында компанияның генераль директоры Роман Ковалевҡа тапшырылды.

  • «Транснефть – Урал» - «Транснефть» системаһындағы ойошмаларҙың иң ҙуры һәм иң оло стажлыһы: ул 70 йылдан ашыу Рәсәйҙең һигеҙ төбәге территорияһында һәм Төньяҡ Ҡаҙағстандағы магистраль торба үткәргестәр селтәре буйынса нефть һәм нефть продукттарын ташый.
    Башҡортостанда предприятиеның алты филиалының дүртәүһе урынлашҡан: Туймазы, Черкасск, Арлан нефть үткәргестәре идаралығы, Магистраль нефть үткәргестәрендә аварияларҙы иҫкәртеү һәм бөтөрөү буйынса махсуслашҡан идаралыҡ. Төбәк территорияһы буйынса 4 мең километрҙан ашыу магистраль торба үткәргестәр үтә, был предприятие яуаплылығы зонаһында булған торба үткәргестәрҙең яртыһы тиерлек. Улар Өфө һәм Салауаттың нефть эшкәртеүсе заводтарын продукция менән тәьмин итә, ә нефть эшкәртеү заводтарында етештерелгән нефть продукттарын ил буйынса ҡулланыусыларға һәм экспортҡа алып барып еткерә.
    «Транснефть – Урал» АЙ - яуаплы эш биреүсе һәм эре һалым түләүсе. 2019 йылда республика бюджетына һалым түләүҙәре 2,835 млрд һум тәшкил иткән, 2020 йылда был түләү 2,953 млрд һум кимәлендә булыр тип көтөлә. Башҡортостан территорияһында предприятиеның капиталь сығымдары күләме 27 млрд һум тиерлек: акционерҙар йәмғиәте инфраструктураны һәм производство объекттарын актив модернизациялай, алдынғы технологияларҙы индерә, механотехнологик паркты яңырта. «Транснефть – Урал» АЙ Башҡортостандың алдынғы белем биреү учреждениелары менән кадрҙар әҙерләү өлкәһендә тығыҙ хеҙмәттәшлек итә.
    Республикала предприятие ярҙамы менән күпләп социаль әһәмиәтиле объекттар төҙөлгән һәм төҙөкләндерлгән, хәйриәлек проекттары тормошҡа ашырыла, компания хеҙмәткәрҙәре ирекмәнлек хәрәкәтендә ҡатнаша.
    Читайте нас: