газета "Салауат"
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Сентябрь 2020, 16:30

Сүп-сар сығарыу өсөн хаҡ арта

Бөгөн Хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров тариф үҙгәреше менән таныштырҙы. 1 сентябрҙән халыҡҡа күберәк түләргә тура киләсәк. “Хаҡ артыуы төбәк операторҙарына ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү комплекстары төҙөргә һәм сифатлыраҡ хеҙмәт күрһәтергә мөмкинлек бирергә тейеш”, - тине Урал Искәндәров.

Унан алда үткән кәңәшмәлә Радий Хәбиров сүп-сарҙы сығарыу өсөн хаҡтың артыуы тураһында әбәр иткәйне инде.
– Быға тиклем беҙ аңлы рәүештә илдәге иң түбән тарифтарҙы билдәләгәйнек. Был эште башлау өсөн кәрәк булды – контейнер майҙансыҡтары ойоштороу, яңы техника алыу. Бер ни тиклем проблемалар булһа ла, даими рәүештә сүп-сарҙы сығарыуҙы ла ойошторҙоҡ. Хәҙер хаҡтарҙы иҡтисади яҡтан нигеҙләнгән итеү өҫтөндә эшләргә кәрәк. Сөнки сүп-сар сығарылырға ғына түгел, ә эшкәртелергә лә тейеш. Бының өсөн аҡса кәрәк. Шуға күрә бер ни тиклем артыу буласаҡ. Был эште кешегә матурлап аңлатырға кәрәк, – тине Радий Хәбиров.
Ҡайһы бер ауылдарҙа ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын айына бер йәки ике тапҡыр ғына сығаралар. Шуға Радий Хәбиров халыҡ хеҙмәт күрһәтеү осрағы буйынса ғына түләргә тейеш тигән тәҡдим индерҙе.
Читайте нас: