- Ҡыҙым, һуңғы ваҡытта теге грейпфрутың күренмәй. Әллә асыуланыштығыҙмы?
- Өләсәй! Һиңә күпме әйтергә була: грейпфрутты ашайҙар, ә ул - бойфренд.
***
- Әлеге ваҡытта Рәсәйгә дәғүәһе булмаған бер америкалы ғына билдәле.
- Кем?
- Колорадо ҡуңыҙы.
***
Фәрит атаһына:
- Анау бабай - уҡытыусы.
- Ҡайҙан беләһең, һеҙҙә уҡытамы?
- Юҡ, ултырғысҡа ултырыр алдынан ҡат-ҡат ҡарап алды бит.
***
Дианаға - дүрт, ә ҡустыһына бер йәш. Бер көндө ҡустыһының нимәлер мығырлап ултырғанынан бер нимә лә аңламағас, әсәһенән:
- Әсәй, һин ҡустымды башҡорт тип уйлайһыңмы? - тип һораған.