газета "Салауат"
-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Сентябрь 2020, 19:25
Ярты йылдан ашыу комала...
Салауат ҡалаһында йәшәгән 19 йәшлек егетте былтыр 11 декабрҙә ҙур тиҙлектә килгән трамвай бәрҙергәйне. Уның ғүмере өсөн былтырғы декабрь айынан алып әлеге көнгә тиклем табиптар ныҡ көрәшкән, бер нисә операция үткәрелгән.

Был юл-транспорт ваҡиғаһы урам видеокүҙәтеү камераһына эләккән. Унан күренеүенсә, ҡолағына наушник кейгән егет үҙе иғтибарһыҙлыҡ күрһәтә, ҙур тиҙлектә елгән трамвайҙы аңғармай ҡала. Бәрелеүҙән бер нисә метр алыҫлыҡҡа осоп барып ята.
Шул тиклем ныҡ имгәнеүҙән һуң йәш кешенең иҫән ҡалыуы үҙе мөғжизә кеүек. ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтендә әйтеүҙәренсә, ул ошо көнгә тиклем бик ауыр хәлдә булған.
Әле егет Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында.
- Хәле тотороҡланды, яҡшырыуға табан бара, был бөтәбеҙ өсөн дә ҙур шатлыҡ, - тип хәбәр итәләр ведомствонан.
Фото:mkset.ru
Автор: Аклима Гизатуллин
("Башҡортостан" гәзите сайтынан)
Читайте нас: