Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Сентябрь 2020, 12:25

Түләүҙәрҙе юллап ҡалығыҙ

Балалы ғаиләләр түләүҙәр алыуға ғаризаны сентябрь аҙағына тиклем генә тапшыра ала.

Балалы ғаиләләр түләүҙәр алыуға ғаризаны сентябрь аҙағына тиклем генә тапшыра ала.
Рәсәй Президентының «Балалары булған ғаиләләргә өҫтәмә социаль ярҙам саралары хаҡында» указына ярашлы, 5 һәм 10 мең һум түләүгә хоҡуғы булған ғаиләләрҙең күпселеге Пенсия фондына мөрәжәғәт иткән. Ата-әсәләр 818 мең балаға түләүҙәр алған. Бының өсөн барлығы 17,2 млрд һум йүнәлтелгән, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй Пенсия фонды бүлеге идарасыһы Фоат Хантимеров.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, балалары 2017 йылдың 1 апреленән 2020 йылдың 30 июненә тиклем тыуған ғаиләләр һәр бала өсөн 2020 йылдың апрель, май, июнь айҙарына 5 мең күләмендә түләү алыуға хоҡуҡлы. Шулай уҡ 3 йәштән 16 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләрҙең 10 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр алыуға хоҡуғы бар. Бынан тыш, 16 йәшкә тиклемге балаларға, ғариза яҙылмаған хәлдә лә, яңы ҡарарҙар нигеҙендә өҫтәмә рәүештә 10 мең һум күләмендә түләү бирелергә тейеш.
Ошо түләүҙәрҙе алыуға хоҡуғы булған ғаиләләр әлегәсә ғариза тапшырмаған икән, быны улар 2020 йылдың 30 сентябренә тиклем эшләй ала. Ғаризаны дәүләт хеҙмәте порталы аша электрон рәүештә ебәреү, шулай уҡ күп функциялы үҙәктәргә, Пенсия фондының клиенттар хеҙмәтендә тапшырыу уңайлы. Унда исем-шәрифтәрҙе, СНИЛС-ты, түләү тейеш балалар тураһында мәғлүмәтте һәм ғариза биреүсенең реквизиттарын күрһәтеү ҙә етә.
Балаларға түләүҙәр буйынса һорауҙары булған республика халҡы мөрәжәғәттәрен Рәсәй Пенсия фондының https://online.pfrf.ru/ электрон сервисы аша ебәрә ала, тип белдерә Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлегенең матбуғат хеҙмәте.
Фото: msr.mosreg.ru
Читайте нас: