газета "Салауат"
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Сентябрь 2020, 12:35

Ҡабаҡлы һәм дөгөлө ҙур бәлеш

Ҡамыр өсөн: 100 гр маргарин, 0,5 л кефир, 0,5 балғалаҡ аш һеркәһе, 1 балғалаҡ тоҙ, 1 йомортҡа; эслек өсөн: 1 стакан дөгө, 500 гр ҡабаҡ, 200 гр йөҙөм, 80 гр аҡ май, 3 балғалаҡ шәкәр, 0,5 балғалаҡ тоҙ кәрәк.

Тәүҙә эслекте әҙерләйбеҙ. Дөгөнө һыуҙа бешереп алабыҙ. Ҡабаҡты шаҡмаҡлап турарға. Йөҙөмдө эҫе һыу менән әҙ генә бүрттерәбеҙ. Май, шәкәр һәм тоҙ өҫтәп бөтәһен бергә ҡушып бутайбыҙ.
Ҡамыр өсөн маргаринды иретәбеҙ, йомортҡа, тоҙ, аш һеркәһен өҫтәп яҡшылап бутайбыҙ. Кәрәгенсә он һалып ҡаты булмаған ҡамыр баҫабыҙ. Уны икегә бүлеп тәүҙә аҫҡы өлөшөн йәйәбеҙ һәм табаға һалабыҙ. Эслекте һалғас, ҡамырҙың икенсе өлөшөн йәйеп ҡаплайбыҙ, эргәләрен бөрөп сығабыҙ. 180 градус эҫелектәге духовкала 1-1,5 сәғәт тирәһе бешерәбеҙ.
Фото: ok.ru
Читайте нас: