газета "Салауат"
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Сентябрь 2020, 12:00

Урман - беҙҙең байлығыбыҙ

Республикала “Экология” милли проекты сиктәрендә “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектын тормошҡа ашырыу тулы кимәлдә алып барыла.

Республикала “Экология” милли проекты сиктәрендә “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектын тормошҡа ашырыу тулы кимәлдә алып барыла.
Августың һуңғы көнөнә ҡарата 7200 гектар майҙанда урманды тергеҙеү эштәре башҡарылған. Был планлаштырылған күләмдең яртыһын тәшкил итә. Был турала Урман хужалығы министрлығының бүлек начальнигы Альберт Закиров хәбәр итте.
- Республиканың урман хужалыҡтары үҙҙәрен үҫенте менән тәьмин итеү өсөн урман питомниктарында 22 гектарҙа орлоҡ сәсте, – тине Альберт Закиров. – Әбйәлил, Бәләбәй, Иглин, Ейәнсура, Дыуан, Йылайыр, Борай, Балаҡатай, Салауат, Стәрлетамаҡ, Тирлән, Учалы, Яңауыл урман хужалыҡтары пландарын тулы кимәлдә үтәгән.
Бынан тыш, республика ағас ултыртыу буйынса бөтә Рәсәй акцияларында әүҙем ҡатнаша. Быйыл күп кеше ҡатнашлығындағы тәүге сара сентябрь-октябрь айҙарында үтәсәк.
#Миллипроекттар
Зилә Сәлимова фотоһы.
Читайте нас: