Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Волга буйы федераль округы төбәктәренең социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләренә арналған кәңәшмәлә ҡатнашты. Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин билдәләүенсә, округҡа ҡараған субъекттарҙа торлаҡ һәм юл төҙөлөшө йылдам бара.
"Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" федераль проекты 71,4 процентҡа үтәлгән. Ә ил буйынса был күрһәткес 4 процентҡа түбәнерәк. Башҡортостан етәксеһе үҙ сығышында "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектын бойомға ашырыу барышы менән таныштырҙы. Йылдың тәүге 7 айында республикала 1,2 млн квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Был алдағы йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, 6,2 процентҡа күберәк, тине Радий Хәбиров.