газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Сентябрь 2020, 16:35

Һынлы сәнғәттә - Бөйөк Ватан һуғышы

Өфөлә 6 сентябрҙә «Рәсәй - Минең тарих» мультимедия паркында «Быуындар иҫтәлеге. Һынлы сәнғәттә Бөйөк Ватан һуғышы» тигән мультимедия күргәҙмәһе асыла.

Өфөлә 6 сентябрҙә «Рәсәй - Минең тарих» мультимедия паркында «Быуындар иҫтәлеге. Һынлы сәнғәттә Бөйөк Ватан һуғышы» тигән мультимедия күргәҙмәһе асыла.
Бындай заманса цифрлы технологиялар һәм ҡоролмалар ярҙамындағы концепцияһы һәм күләме буйынса тәүге мультимедийлы күргәҙмә үҙенсәлекле йыйылманы - унда XX быуаттың Ватан һынлы сәнғәт оҫталарының 200-ҙән ашыу ҡомартҡыларын тәҡдим итәсәк.
Экспозицияға илебеҙҙең 45 музейынан эштәр йыйылған. Күргәҙмә 8 залға йәйелдерелгән: «Һуғыш башы», «Фронт», «Тыл һәм оккупация», «Еңеү», «Башын һалғандарға мәңгелек дан», «Иҫке яралар. 1960-сы», «Уҙған һуғыштың шаңдауы. 1970-1980»,«Йәшәү хаҡына. 1990-2010». Экспозицияла А. Дейнекиҙың, П. Кориндың, А. Пластовтың, П. Кончаловскиҙың, Кукрыникстарҙың, Ю. Пименовтың, В. Мухинаның, И. Глазуновтың һәм башҡа бик күптәрҙең эштәре тәҡдим ителә.
XX быуат Ватан һынлы сәнғәтенең билдәле әҫәрҙәре тарихи ваҡиғалар хаҡында ғына һөйләп ҡалмай, үҙҙәре тарих булып тора. Александр Дайнеканың һүрәттәре һуғыштың тәүге йылдарының фажиғәле ваҡиғаларын тасуирлай. «Янған ауыл», «Оккупацияла» кеүек рәсемдәре беҙҙең ил өсөн оло юғалтыуҙар һәм һынауҙарҙы күрһәтә.
Картиналарҙан тыш, һәр залда видеороликтар, фильмдар, фото һәм видеохроника кадрҙары, төрлө мәғлүмәттәр менән сенсор экрандар күрһәтеләсәк.
Күргәҙмә 8 ноябргә тиклем барасаҡ һәм ҡала, республика өсөн мөһим мәҙәни сарала булыр тип вәғәҙәләнә.
Өҫтәмә мәғлүмәт өсөн телефон: 286-60-66.
Һеҙҙе Өфө ҡалаһы, Менделеев урамы, 158 адресы буйынса көтөп ҡалабыҙ.
Читайте нас