газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Сентябрь 2020, 21:28

Тағы бер Берҙәм аҡсалата компенсация тураһында

Беҙҙең республикала айырым категория граджандарына торлаҡ йорт һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү буйынса социаль ярҙам төрө айлыҡ аҡсалата компенсация рәүешендә бирелеп килә. Был социаль түләүҙе алырға хоҡуғы булған граждандар:

Беҙҙең республикала айырым категория граджандарына торлаҡ йорт һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү буйынса социаль ярҙам төрө айлыҡ аҡсалата компенсация рәүешендә бирелеп килә. Был социаль түләүҙе алырға хоҡуғы булған граждандар - Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, инвалидтар һәм инвалид балалары булған ғаиләләр, радиация алған граждандар, хеҙмәт ветерандары, тыл хеҙмәткәрҙәре, күп балалы ғаиләләр. Быға тиклем уларға Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы тарафынан һәр муниципаль берәмек өсөн аныҡ билдәләнгән сумма түләнеп килде.2020 йылдың 1 июленән Айлыҡ аҡсалата компенсация түләүҙең яңы тәртибенә күсеү ҡаралған. Был осраҡта торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн аныҡ билдәләнгән түләү күләме иҫәпкә алына, йәғни ошо осорҙан Айлыҡ аҡсалата компенсация күләме һәр кем өсөн шәхсән билдәләнә башлаясаҡ һәм был осраҡта түбәндәгеләр иҫәпкә алына:
* граждандың льгота категорияһы;
* торлаҡ фондының торошо;
* ташламаға эйә булған граждан менән бер торлаҡта теркәлгән кешеләр һаны;
* торлаҡ йорттоң майҙаны;
* коммуналь хеҙмәттәрҙе иҫәпләү приборҙарының булыуы йәки булмауы;
* йорттоң нисә ҡаттан тороуы;
* йорттоң төҙөкләндерелеү кимәле;
* бурыстың булыуы (булмауы) йәки уны түләү тураһында килешеүҙең булыуы (булмауы).
Компенсация күләме фәҡәт торлаҡ-коммуналь хеҙмәт өсөн түләнгән сығымға бәйле буласаҡ. Мәҫәлән, әгәр кеше был маҡсатта бер тин дә аҡса сарыф итмәһә, тимәк, уға айлыҡ аҡсалата компенсация түләнмәйәсәк. Түләүҙәрҙе билдәләгәндә ҡулланыу нормативтары һәм торлаҡ майҙанының социаль нормалары ла иҫәпкә алын.
Сентябрь айында июлгә компенсация алыр өсөн торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрен 10 авгусҡа тиклем түләп ҡуйырға кәрәк. Әгәр бурыстары бар икән, компенсация түләнмәйәсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был социаль түләү – торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн тотонолған сығымды ҡаплау өсөн бирелә.
Яңы талаптар буйынса ЕДК августа иҫәпләнәсәк һәм сентябрь айында түләнәсәк.
Читайте нас: