Рәсәй Президенты Владимир Путин ғинуарҙа Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә Рәсәйҙә бөтә башланғыс класс уҡыусылары бушлай ҡайнар аш менән тәьмин ителәсәк тип белдергәйне. Ул министрҙар кабинетына һәм төбәктәр етәкселәренә 2020 йылдың сентябренән 2023 йылдың сентябренә тиклем был проектты тормошҡа ашырып бөтөргә ҡушты.
Закон 18 февралдә Дәүләт Думаһы тарафынан ҡабул ителде, 26 февралдә Федерация Советы уны хупланы һәм 1 мартта Президент ҡул ҡуйҙы.
Ил башлығы индергән үҙгәрештәргә ярашлы, хөкүмәт билдәләгән шарттарҙа уҡыусыларҙы туҡланыу менән тәьмин итеү өсөн Рәсәй субъекттары бюджетына субсидиялар бирелеүе мөмкин.
#ВладимирПутин