газета "Салауат"
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Сентябрь 2020, 15:28

Һаумы, мәктәп!

Бөгөн ҡаланың бөтө белем биреү ойошмаларында ла Белем көнө уҙҙы.

Бөгөн ҡаланың бөтө белем биреү ойошмаларында ла Белем көнө уҙҙы. Тик ғәҙәти булмаған шарттарҙа. Сараға 1, 9 һәм 11 класс уҡыусылары ғына саҡырылды. Тантаналы сара 23-сө мәктәптә уҙҙы. Унда ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты.
-Ҡәҙерле уҡыусылар, хөрмәтле уҡытыусылар, ата-әсәләр! Яңы уҡыу йылы башланыу менән ҡотлайым! Айырыуса был көн бәләкәстәр - 1 класс уҡыусылары өсөн иҫтәлекле. Улар бөгөн беренсе тапҡыр мәктәп тупһаһы аша үтеп, парта артына ултырасаҡ. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, сабырлыҡ, түҙемлек теләйем. Был уҡыу йылы мауыҡтырғыс, күңелле ваҡиғаларға бай булһын, - тип сығыш яһаны Игорь Миронов.
Зариф Байғусҡаров та ҡотлау сәләмен еткерҙе.
- Хөрмәтле уҡытыусылар, ата-әсәләр, уҡыусылар! Был көндө барыбыҙ ҙа тулҡынланып көттөк. 1-се класс уҡыусылары мәктәпкә барырҙармы, әллә өйҙә генә ҡаршыларҙармы тип хафаландыҡ. Республика Башлығы Радий Хәбиров шундай ҡарар ҡабул итте: балалар мәктәпкә барырға тейеш! Был улар өсөн ғүмерҙәрендә бер тапҡыр була торған мөһим ваҡиға. Барыһына ла түҙемлеке, сәләмәтлек теләйем, - тине Зариф закир улы.
Был турала ентеклерәк гәзиттең киләһе һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: