Йондоҙнамә (31 август-6 сентябрь)
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Ҡуҙыларҙың үҙ-үҙенә ышанысы артыр. Һеҙ үҙегеҙҙең алға маҡсат ҡуйып, финанс һәм һөнәри яҡтан яңы үрҙәргә ирешә алырһығыҙ. Дуҫтарығыҙ менән йыш осрашырһығыҙ. Һөйгәнегеҙ көтмәгәндә сюрприз яһар.
Буға (21.04 – 21.05)
Мөһим эштәрегеҙҙе ҡалдырып тороғоҙ, сөнки хата яһап ҡуйығыҙ мөмкин. Яҡындарығыҙҙың ярҙамына таянығыҙ. Дөрөҫ туҡланыу яҡшыраҡ, стресты аҙыҡ менән баҫмағыҙ. Кәйеф-сафа сараларынан баш тартмағыҙ, яңы дуҫтар табырһығыҙ.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Һөнәргә бәйле хәл иткес ҡарар ҡабул итергә тура килер. Коллегаларығыҙ ярҙамы менән яҡшы һөҙөмтәләргә ирешерһегеҙ. Икенсе яртығыҙ менән аралар һыуынып алыр. Аҡсаға бәйле авантюраларға инмәгеҙ.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Эштә үҙегеҙ башлап яңы бурыстар алмағыҙ. Ә бына күңелегеҙгә ятҡан ижад, хобби килем килтерер. Яратҡан кешегеҙҙе романтикалы осрашыуға саҡырығыҙ, мөнәсәбәттәр яҡшырып китер. Балаларығыҙ шатландырып торор.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Үҙегеҙҙе ҡыуандырыр мәл етте. Магазинға барып, теләгән әйберегеҙҙе ала алаһығыҙ. Әгәр ял иткегеҙ килһә, рәхәтләнеп ял итегеҙ. Ғаиләгә, йортоғоҙға бәйле мәсьәләләрҙе тиҙ хәл итерһегеҙ. Тик йәрәхәт алыуҙан һаҡ булығыҙ.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Эштәрегеҙ яйлы ғына барыр. Йыйылған аҡсаларығыҙҙы күсемһеҙ милек алыуға, бизнес менән шөғөллөнеүгә тотона алаһығыҙ. Туғандарығыҙ менән әрләшеү кәйефегеҙҙе төшөрөр. Тәбиғәттәге ялдан көс-дәрт алырһығыҙ.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Күптән ҡалдырылып килгән эштәрҙең осона сығырға ваҡыт. Башҡаларға бурысҡа аҡса бирмәгеҙ, үҙегеҙ ҙә алмағыҙ. Һаулығығыҙға иғтибар талап ителер. Яҡындарығыҙ менән күберәк ял итегеҙ, күңел асығыҙ.
Саян (24.10 – 22.11)
Аҙна һәр төрлө, хатта иң ҡатмарлы башланғыстар өсөн дә уңышлы. Бәхәстәрҙе ыңғай хәл итергә тырышығыҙ. Ғаиләгеҙҙә йылы мөнәсәбәттәр мөхите тантана итер. Хроник сирҙәр үҙен иҫкә төшөрөр, дауаланыу кәрәк булыр.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Был осор һеҙҙең өсөн үтә лә мәшәҡәтле булыр - башкөлләй эшкә сумырһығыҙ, финанс мәсьәләләрҙе хәл итерһегеҙ. Яҡындарығыҙға насар һүҙ әйтеп, рәнйетеп ҡуймағыҙ. Ял көндәре күңелле үтер.
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Һеҙгә йөкмәтелгән эштәрҙе еңел генә башҡарып сығырһығыҙ. Яңы тәҡдимдәрҙе лә күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ. Тирә-яҡтағылар менән һүҙ көрәштермәү яҡшыраҡ. Кәрәкле әйберҙәргә сығымдарығыҙ күп булыр.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Яңы пландарҙы тормошҡа ашырыуға тотонһағыҙ, барыһы ла килеп сығыр. Эш тиеп кенә, яҡындарығыҙҙы иғтибарҙан ситтә ҡалдырмағыҙ. Аҡсағыҙҙы әлегә артыҡ сарыф итмәй тороғоҙ. Сәләмәт тормош рәүешен башлағыҙ.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Эштә ғәҙәти режим булһа, шәхси тормошоғоҙ ҡайнап торор. Парлылар көтмәгәндә сәйәхәткә сығып китер. Яңғыҙҙар яңы кешеләр менән танышып, үҙ мөхәббәтен осратыр. Бурысҡа аҡса алһағыҙ, тиҙ генә иҫәпләшә алмаҫһығыҙ.