газета "Салауат"
-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Август 2020, 12:00

Сәләмәт тештәр - һаулыҡ нигеҙе

Салауат ҡалаһының стоматология поликлиникаһы "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына ярашлы тулы комплектациялы өс КЛТ-6210 ҡорамалын алды.

Салауат ҡалаһының стоматология поликлиникаһы "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына ярашлы тулы комплектациялы өс КЛТ-6210 ҡорамалын алды. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, яңы ҡорамалдар тештәрҙе дауалауҙа киң мөмкинлектәргә эйә. Хәҙер беҙҙең ҡаланың стоматология поликлиникаһы пациенттары тештәрен хәүефһеҙ һәм сифатлыраҡ дауалай аласаҡ. Ҡайтарылған ҡорамалдар дизайны һәм функционаллеге менән айырылып тора. Киң уңайлы өҫтәлдә кәрәкле бөтә медицина ҡорамалдарын урынлаштырып була, ә диодлы яҡтыртҡыс ярҙамында эш зонаһын яҡшы итеп яҡтыртырға мөмкин буласаҡ.
#Миллипроекттар
Фото: Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан алынды.
Читайте нас