Бер кеше ҙур ғына йорт һатып алған, ти. Уның еләк-емешле баҡсаһы ла булған. Был кеше бик бәхетле йәшәгән. Тик күршеһе генә көнсөл һәм бик тә йүнһеҙ булған, ти.
Ул гел рәхәт йәшәгән күршеһен бимазалап торған, йә ҡапҡа төбөнә сүп-сар түгеп киткән, йә еләк-емеш баҡсаһына берәй зыян, этлек эшләргә тырышҡан. Насарлыҡ эшләргә теләгән кешенең башына ниндәй генә уйҙар килмәгән.
Көндәрҙән бер көндө был йүнһеҙ күрше ҡый тултырған биҙрәһен бының тупһа алдына килтереп ҡуйған. Яҡшы күңеллеһе бик шәп кәйеф менән йоҡонан торған булған. Тик сүп биҙрәһен күреп, бер аҙ күңеле төшкән, ти. Шулай ҙа ул сүпте түккән, биҙрәне бик яҡшылап йыуған да, иң тәмле, бешкән алмаларын тултырып, күршеһенә ингән. Ишеген шаҡыған тауышты ишеткәс, яман күрше, ниһайәт, мин быны сығырынан сығарҙым, тип уйлап ҡуйған да, тауыш сығарырға әҙерләнеп торған. Күршеһе асыуланмаған, киреһенсә, уның алдына алма менән тулып торған биҙрәһен ҡуйған да: “Кемдең күңеле нимәгә бай, шуның менән бүлешә инде”, - тигән.