Иң элек ярманы хуш еҫле продукттар - сәй, кәһүә, тәмләткестәр янына ҡуймаҫҡа тырышығыҙ. Юғиһә, уларҙың тәмен һеңдереүе бар. Кипкән емештәр янына урынаштырырға ла ярамай. Ярманы быяла йәки керамик һауытта һаҡлау яҡшыраҡ. Керамика, яҡтылыҡ уҙҙырмағанлыҡтан, ярманы тәм кереүҙән, ә быяла һауыт ҡоротҡостарҙан һаҡлай.
Ярмаға һауа кереп торһон өсөн ҡапҡас урынына туҡыма файҙаланыу отошло. Уны һауыт өҫтөнә резинка менән беркетеп ҡуйырға була.
Ярма ҡараңғы һәм ҡоро урында һаҡланһын. Һауа температураһы 18 градустан артмаҫҡа тейеш.
* Ҡорт төшмәһен өсөн ярманы табала бер аҙ ҡыҙҙырып алырға йәки берәр тәүлеккә һыуытҡыстың туңдырыу камераһына ҡуйып торороға ла була.
Ярмаларҙы һаҡлау ваҡыты төрлөсә. Иң оҙаҡ һаҡланыла торған ярма - парландырылған дөгө.
Тары - 9 ай, манный - 8-9 ай, перловка, ҡарабойҙай -18 ай, тиҙ бешә торған ярмалар 6-12 ай һаҡлана.
Ҡорт төшкән ярманы ашарға ярамай.