газета "Салауат"
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Август 2020, 17:44

Радий Хәбиров: "БСК-ның акцияларын һатып алыу тәҡдиме хәҙер көнүҙәк түгел."

Республика етәкселеге БСК-ның төп милекселәренән акцияларҙың бер өлөшөн һатып алыу ихтималлығын ҡарамай. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров РБК-ға биргән инетервьюһында белдерҙе.

Республика етәкселеге БСК-ныңтөп милекселәренән акцияларҙың бер өлөшөн һатып алыу ихтималлығын ҡарамай. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров РБК-ға биргән инетервьюһында белдерҙе. Хәҙер предприятие өҫтөнән контролде ҡайтарыуҙың төп варианты - 2007 һәм 2013 йылдарҙа акцияларҙың контроль пакетын һатыу буйынса килешеүҙәрҙе законһыҙ тип таныу.
- Мин ике тапҡыр халыҡ алдында әйттем: компания "Ҡуштау"ҙың сеймал базаһынан башҡа предприятиены һаҡлап ҡалыу өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алырға әҙер булмағанлыҡтан, бынан тыш, ике көн элек улар ике мең кешене ҡыҫҡартып, етештереүҙе туҡтатыу менән янай башлағас, беҙ, акцияларҙы һатып алып, контроль пакетҡа эйә булырға тәҡдим иттек - һәм үҙебеҙ ҙә был предприятие өсөн яуаплы буласаҡбыҙ. Шунан бирле компанияның бер генә вәкиле лә беҙгә сыҡманы. Хәлде тәрәнерәк тә, ентеклерәк тә өйрәндек, һәм мин был мәсьәлә хәҙер актуаль түгелдер тип уйлайым, - тине ул.
Радий Хәбиров шулай уҡ республиканың устав капиталындағы өлөшөн акцияларҙың контроль пакетына тиклем арттырып, республикаға «Башҡортостан сода компанияһы»ның контролен кире ҡайтарырға тәҡдим итә.
- Беҙгә передприятиены үҙебеҙгә алырға кәрәк. Һуңынан предприятиеға идара итеү барышында уның артабанғы яҙмышын хәл итәсәкбеҙ, — тине Радий Хәбиров.

Фото: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығынан алынды.
Читайте нас: