Хәл иртән иртүк була. Диспетчерға шылтыратыу ҡабул ителгәс тә, янғын һүндереүселәр ваҡиға урынына бара. Ул ваҡытҡа ут ярты фатирҙы ялмап алған була. 1930 йылғы ҡатын да йән биреп өлгөрә.
Ә бына баҡсалар биләмәһендә сыҡҡан янғын бер генә түгел, ике баҡса йортон көлгә әйләндерә. Ярай ҙа кешеләр араһында зыян күреүселәр юҡ.
Салауаттарға ут, электр приборҙары менән тотонғанда үтә лә иғтибарлы булығыҙ, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ, тип иҫкәртәһе килә.